“ Әлифба”  дәреслеге буйынса эшләү тәжрибәһенән

 Казыханова Зөһрә Ильяс ҡыҙы, Өфө ҡалаһы Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се  башҡорт ҡала гимназияһының башланғыс класс уҡытыусыһы

           Республикала күп кенә уҡытыусылар үҫтереүсе уҡытыу технологияларын үҙләштереп егерме йылдан ашыу Сынбулатова Ф.Ш.,   Ы.Ә. Исламғолованың   “Әлифба” дәреслеге менән  уңышлы ғына эшләп килә.

“Әлифба” дәреслеге буйынса тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү бөтә донъя кимәлендә танылыу алған һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүгә булышлыҡ иткән эшмәкәрлек алымдарына нигеҙләнеп ойошторолған.

 Башҡорт теле грамотаһына өйрәтеүҙе Ф.Ш. Сынбулатованың дәреслегенән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ошо дәреслек менән бик күп йылдар эшләү дәүерендә уҡыу процесын психологик яҡтан тейешле кимәлдә ойоштора белгән осраҡта юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин икәнлегенә инандым.

 Уҡырға төшкән баланы грамотаға өйрәтеү үтә ҡатмарлы һәм яуаплы эш.  Дә реслек  баланы уҡырға, яҙырға өйрәтеүҙе генә маҡсат итеп ҡуймай, уның бурыстары киңерәк: баланың тәбиғәттән бирелгән һәләтен, талантын үҫтереү; уны белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү; белемгә үҙ аллы эйә булыу ынтылышын, теләген булдырыу; уны дәрестә эҙләнеүсе, асыш яһаусы, дәртләнеп, үҙ көсөнә ышанып, яңылышыуҙан ҡурҡмайынса, әүҙем эшләүсе шәхес итеп тәрбиәләй.

           Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса Федераль дәүләт белем биреү стандарттары балаларҙан универсаль белем алыу юлдарына эйә булыуҙы талап итә.  Ә үҙаллы белем алыуға теләк, ынтылыш тыуҙырыу өсөн балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу кәрәк. Ҡыҙыҡһыныу проблеманы хәл итеү юлдарын, ысулдарын эҙләүгә килтерә. Балалар  әүҙем эшмәкәрлек барышында ҡаршылыҡҡа осрай, яңылыша, төҙәтә, башҡаларҙы тыңлай,  уйларға мәжбүр була.

           Сынбулатова Ф.Ш., Исламғолова Ы.Ә авторлығындағы әлифба дәреслеге яңы стандарт талаптарына тулыһынса яуап бирә.

 Был дәреслек менән уҡыусылар беренсе дәрестәрҙән үк үҙ аллы эшләй.  Башҡорт теленә генә хас сифаттарҙы, үҙенсәлектәрҙе, закондарҙы асыҡлай, һүҙҙә өндәрҙең оҡшашлығын, уларҙың йә ҡалын, йә нәҙек булыуын күҙәтә. Һүҙҙе әйтеп, һәр өнөнә характеристика бирә. Өндө ишетергә өйрәнә. Өндө ишеткәс, яҙған ваҡытта хәрефтәре төшөп ҡалмай. Ике өндө белдергән я,е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышын да тиҙ үҙләштерә, сөнки уҡыусы үҙе тикшереп, күҙәтеп ултыра.

           Баланың телмәрен үҫтереү,  уны аралашырға өйрәтеү тәүге дәрестән үк башлана. Дәреслектәге матур, сағыу һүрәттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Шул һүрәттәр буйынса баланы уйнатып, ҡыҙыҡлы проблемалы уҡыу ситуацияларын ҡороп, аралашырға, һөйләшергә, бәхәсләшергә өйрәтеп була.

          Балаларҙың күңеленә тура килгән ҡыҙыҡлы, ҡолаҡҡа ятышлы, баланың тормош тәжрибәһен иҫәпкә алып һайланған шиғырҙарҙың һәр биттә булыуы үтә лә отошло. Мәҫәлән, С.Әлибай “Беренсе сентябрҙә”, Р. Ниғмәтуллин “Айыу”, А. Йәғәфәрова “Көҙгө урман”, К. Кинйәбулатова “Ник илайһың Хәҙисә?” , Ф. Рәхимғолова “Әтәстәр” һ. б. Бала был шиғырҙарҙы  бик тиҙ ота һәм иҫендә ҡалдыра. Өйгә ҡайтҡас ата-әсәһенә һөйләп ишеттерә.  Шулай уҡ һәр хәрефкә арналған ике юллыҡ шиғырҙар ҙа уҡыу процесын еңеләйтә.  Мәҫәлән, И,и хәрефтәренә арналған  шиғыр: Ирек – иген игеүсе

                                               Илгә икмәк биреүсе. (З.Биишева)

 Ошо шиғыр өҫтөндә генә әллә күпме эш төрҙәрен алырға була.

  • И хәрефле һүҙҙәрҙе тап.

  •  Иген игеүсе һүҙҙәрен нисек аңлайһың?

  •  Ирек кем булып эшләй? Һ.б.

 Дәреслектә бирелгән бөтә күнекмәләр ҙә бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән.  Уҡытыусыға дәрес үткәреүе бик еңел.

           Дәреслек башынан аҙағынса башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп төҙөлгән. Халыҡ ижады баланың күңеленә кесе йәштән үк һеңә бара. Шуға ла “Әлифба” ла әкиәт, йомаҡ, мәҡәл, һамаҡ, һанашмаҡ, сәңгелдәк йырҙары мөһим урын алған.

           Авторҙарҙың дәреслектә башҡорт халҡының ғорурлығы, бөтә донъяға билдәле бал  тураһында бик күп материал биреүҙәре ыңғай күренеш.  Мәҫәлән,  “Бал ҡортон нисек үрсетәләр?”, “Балбикә менән Балбай мажаралары”, “Башҡортостан балы”, “Бал”, “Солоҡ балы”, “Эшсе ҡорт һәм һаҡсы ҡорт”, “Умартасы нимә белергә тейеш?” һ.б.

           Был дәреслек бер ауыҙ һүҙ башҡортса белмәгән баланы ла башҡортса һөйләшергә, яҙырға, уҡырға өйрәтә. Башҡа милләт балаларындала ошо дәреслек менән  башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятырға мөмкин.

           Бала күңелендә тәүге китаптары “Әлифба” мәңге һаҡланыр, тип ышанам.  Уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн “Әлифба” дәреслеге менән эшләү үҙе бер ҙур кинәнес.  К үп тир түгеп эшләүсе авторҙарға бөтә уҡытыусылар исеменән ысын күңелдән рәхмәт.

273-35-03

©2019  Башҡорт  теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты