Мастер-класс «ЯКласс» интернет-ресурсында онлайн-тестар эшләү”

Һаумыһығыҙ!

XXI быуат – яны информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған заман. Ул уҡытыуға яныса ижади ҡараш, унышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә.

Заман уҡытыусыһы заман менән бер рәттән атларға, яны быуын стандарттарына ярашлы, уҡытыуҙа яны технологиялар ҡуллана белергә тейеш.

Ошо маҡсаттан сығып, 2016 йылдын ғинуарынан алып беҙҙен Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһынын башланғыс мәктәбе Мәғарифты үҫтереү институты ойошторған эксперименталь майҙансыҡ “Уҡытыу туған (башҡорт) телендә алып барылған дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙын информацион-коммуникатив компетентлыҡтарын формалаштырыу темаһы аҫтында бик унышлы эшләп килә. Шуға күрә мин дә бөгөнгө оҫталыҡ дәрәсемдә ошо теманын бер тармағын сағылдырырға уйланым.

          Ниндәй маҡсаттар менән дәрестәрҙә информацион технологияларҙы ҡулланам.

  • Уҡыу мотивацияһын үҫтереү маҡсатында

  • Эште дөрөҫ планлаштырыу һәм бер системаға һалыу

  • Уҡыу-уҡытыу процесынын нәтижәлелеген үҫтереү

  • Тиҙ, сағыу дәрестәр әҙерләү

  • Белеменде камиллаштырыу сараһы

  • Балаларҙын танып белеү даирәһен үҫтереү

 

Дәрестәремдә компьютер технологиялар ҡулланыу методтары:

  • Дәрестәргә презентациялар эшләү

  • Интернет-ресурстар ҡулланыу

  • Әҙер белем биреү программаларын ҡулланыу “ЯКласс”, “Учи.ру”, «Lerningaps”.

  • “1 уҡыусы-1 компьютер” моделен дәрестәрҙә ҡулланыу

  • Уҡыу-уҡытыу процесында QR-кодтар технологияһын ҡулланыу.

Бөгөн мин һеҙҙе “ЯКласс” белем биреү порталында төрлө эш төрҙәре менән таныштырып китергә теләйем. ЯКласс бик унайлы сайт. Ниндәй унайлыҡтары бар һун?

  • Һәр предмет буйынса темаларға ярашлы мәғлүмәт, эш төрҙәре бирелә

  • Өйгә эш, тикшереү эштәре биреп була. Биремдәр, тикшереү эштәре төрлө вариантта бирелә. Бер-береһенән күсерә алмайҙар. Әҙер тикшереү эштәре ебәрергә була, мөмкин үҙенә төҙөргә лә. Автомат рәүештә шунда уҡ тикшерелә һәм баһа ҡуйыла.

Нимәнән башларға?

  1. ЯКласс сайтына инәбеҙ. Регистрация (теркәләбеҙ) үтәбеҙ.

  2. Кластағы уҡыусыларҙы теркәйбеҙ.

  3. Предмет һайлайбыҙ. Биремдәр эшләйбеҙ.

Әгәр үҙегеҙ тикшереү эше төҙөргә уйлаһағыҙ инде.

  1. Тикшереү эше. (Проверочные работы)

  2. Яны эш

  3. Создать свою работу (Үҙ эшенде булдырыу)

  4. Автоматик тикшереү (Үҙенә кәрәкте һайлайһын)

-тест

-текст һ.б

-ижади эш

-файл ярҙамында яуап

5) Тест һорауҙары төҙөйһөн

6) Дауам итеүгә баҫаһын

7) Эшенә исем яҙаһын, попытка һанын күрһәтәһен һәм срок ҡуяһын.

8) Балаларға ебәрәһен

Һығымта: Х

Хәҙерге заман уҡытыусылар алдына ҙур бурыстар ҡуя. Уларҙы үтәү беҙҙән ныҡышмалылыҡ, түҙемлек талап итә. Үҙебеҙ алдына ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырғанда, уҡыусыларҙын уҡыуға ҡарата мөнәсәбәте беҙгә бәйле икәнен онотмайыҡ.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

273-35-03

©2019  Башҡорт  теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты