Дәрестәрҙә электрон ҡушымталарҙы ҡулланыу

        Яңы заман, яңы быуын, яңы талаптар. Уҡытыусыларға ла донъя кимәлендәге алымдарҙы файҙаланырға өйрәнергә кәрәклеге тыуа. Бөгөн уҡытыусы алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә , һөнәри һәләтен үҫтерергә ынтылырға тейеш тигән ҡараш бар.

        Информатизация бөгөнгө көндә кеше тормошоноң барлыҡ өлкәләренә лә киң үтеп инде тип әйтерлек.  Шул иҫәптән хәҙер ул уҡыу-уҡытыу эшендә лә киң файҙаланыла.  Улай ғына ла түгел:  тарихи яҡтан ҡарағанда, мәғариф системаһы – информатизация объектарының иң беренсеһе һәм әһәмиәтлеһе, тип әйтергә була.

         Әлеге ваҡытта дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуға ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөй.      Берәүҙәр быға ҡуш ҡуллап риза, ә икенселәр ҡаршы.  Шул уҡ ваҡытта бер кем дә комьютерҙың файҙаһын кире ҡаҡҡаны юҡ. Уны кәрәкле  бер кимәлдә һәм дөрөҫ файҙалана белеү генә кәрәк. Дөйөмләштереп әйткәндә, компьютер дәрестәренең ыңғай һәм кире  яҡтарын әлегә аныҡ ҡына билдәләүе ауыр, сөнки ошондай дәрестең планын ныҡ уйлап эшләгәндә, уҡытыусы үҙенең белем кимәлен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙе һәр ваҡыт дауам иткәндә, компьютер уҡытыусының  ҙур ярҙамсыһы буласаҡ тип ышанаһы килә. Хәҙерге социаль – иҡтисади шарттарҙа уҡытыусы алдында түбәндәге  проблемаларҙы хәл итеү тора:

  1. Аҙ ваҡыт эсендә темаларҙы бер бөтөн итеп аңлатыу.

  2. Уҡыусыларҙың уҡыу һәм танып белеү эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү.

  3. Үҙаллы белем алыуға, ижадҡа ынтылыш, иң мөһиме, башҡорт рухлы шәхес тәрбиәләү.

Бына ошо үтә мөһим мәсьәләләрҙехәл итеү кәрәклеге дәрестәрҙе икенсерәк итеп ойоштороуҙы талап итә. Дәрестә инновацион техник сараларҙы ҡулланыу уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә һәм уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.

Ләкин был технологияны ҡулланыу уҡытыусы алдына бик күп талаптар ҡуя. Иң башта уҡытыусы компьютер менән эш итә белергә тейеш. Дәрестең һәр этабы яҡшы уйланылған булыуы, белем кимәлен арттырыуға йүнәлтелеүе бик мөһим.

Әгәр яңы федераль белем биреү стандартына таянып уҡытыуҙы башҡа предметтар менән бәйләп, төрлө шәхсән, регулятив, текст менән эшләү, коммуникатив(аралашыу), танып –белеү ғәмәлдәрен ҡулланып балаларҙың физиологик үҫешенә таянып яңы технологиялар ҡулланып эшләгәндә предметты теләп өйрәнеүселәр бермә – бер артыр, уҡыу сифаты ла күтәрелер ине.

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш аша (текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр),стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация( хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе.Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла уҡытыу процессына яңыса ҡараш индерә.

Хәҙерге заман талабы – һәр уҡытыусыға компьютер мөмкинселектәрен өйрәнеп, был техник сараға таянып урынлы һәм дөрөҫ файҙаланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәреү.

Компьютер ҡулланып,электрон ҡушымталар файҙаланып дәрестәрҙә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була.

Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың предметты өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм компетентлығын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.

Тестар, диагностик эштәр, күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.

Шулай ҙа компьютеруҡытыусыны алыштырмай, тиктехник сара булыпхеҙмәт итә.

273-35-03

©2019  Башҡорт  теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты