Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балалар өсөн

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары

Бөтәгеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2016 йылдың 1 сентябренән беренсе кластарҙа һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балалар өсөн Федераль дәүләт белем биреү стандарттары Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәптәрендә индерелде.

 Стандарттың төп маҡсаттары:

  • Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларҙы белем киңлектәренә индереү;

  •  Уларҙы йәмғиәтләштереү, тормош тәжрибәләрен үҫтереү, тулы хоҡуҡлы граждандар итеп ҡарау;

 Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларға кемдәр инә:

  • Һаңғырау(глухие)

  • Насар ишеткән (слабослышащие)

  • Аҙаҡ һаңғырауланған (позднооглохшие)

  • Күрмәгән (слепые)

  • Насар күргән (слабовидящие)

  • Ауыр һөйлшкән (с тяжелыми нарушениями речи)

  • Физик етешһеҙлектәре булған ( с нарушениями опорно – двигательного аппарата)

  • Психик яҡтан тотороҡһоҙ (с задержкой психического развития)

  • Аутизм (с расстройством аутистического спектра)

  • Ауыр деффект менән балалар ( со сложными дефектами)

Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балалар өсөн ябайлаштырылған программалар төҙөлөргә тейеш. (Адаптированная общеобразовательная программа начального общего образования)

 Ябайлаштырылған программалар төҙөү өсөн норматив-хоҡуҡи база:

  •  Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы

  •  Бала хоҡуҡтары Конвенцияһы

  •  Инвалидтар хоҡуҡтары конвенцияһы

  •  Рәсәй Федерацияһының мәғарифы тураһында Федераль закон №273 29.12.20120  йыл

  •  Рәсәй мәғариф министрлығының приказы №373 06.10.2009 йыл

  •  Баш дәүләт санитар врачының ҡарары 10.07.2015 №26

  •  Мәғариф тураһында Башҡортостан Республикаһының законы №696 01.07.2013 йыл

  •  Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары №585 09.11.2013 йыл

  •  Белем биреү ойошмаһының уставы

 Әлбиттә, ябайлаштырылған программа төҙөгәндә Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларҙың психик, физик үҫешен, шәхси мөмкинселектәрен, милләтен, регионын һәм этно – мәҙәниәте ихтыяжын күҙ алдында тоторға кәрәк.

 Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларҙы уҡытыу өсөн өс төрлө ҡараш (подход) бар:

  •  Махсус коррекцион мәктәптәр

  • Дөйөм белем биреү ойошмаларының  коррекцион кластары, төркөмдәре.

  •  Инклюзив уҡытыу, Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балалар һау балалар менән бер класта уҡыйҙар.

 Инклюзив уҡытыу – ул Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларҙы башҡа һау балалар менән бер рәттән ҡабул итеү.  Б ер коллективта йәшәйҙәр, прект, лобаратор, төрлө эҙләнеү эштәрен бергә башҡаралар. Сәләмәт балаларҙа  толерантлы, кешелекле, изгелекле,  бер-береһенә ярҙамсыл булыу тойғолары тәрбиәләнә.

 Федераль закондың 55 статьяһына ярашлы Һаулыҡтарының мөмкинселеге сикләнгән балаларҙы уҡырға ҡабул итеү өсөн ата-әсәһенең ризалығы, яҙма рәүештә яҙылған ғаризаһы, шулай уҡ психологтар, медиктар һәм педагогтар комиссияһының тәҡдимдәре кәрәк.

 Беҙ уҡытыусылар ошондай ябай булмаған балаларҙы ҡабул итергә әҙер булырға тейешбеҙ.  Һәр бала ошо ҙур һәм һәр саҡ ғәҙел булмаған тормошта уны яратып, аңлап, көтөп торған бәләкәй генә бер  утрау барлығын белеп һәм һиҙеп торорға тейештер. Һәр бала мотлаҡ өлкәнәйә. Беҙҙең бөгөнгө ҡарарҙан, ҡараштан уның киләсәктәге еңеүҙәре, уңыштары тора.  Киләсәктә был балалар үҙ хәлдәренән кәмһенмәй, бар донъяға үпкәле, асыулы кешеләр булып түгел, ә йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы, илһөйәр, эшлекле граждандары булып үҫерҙәр тип ышанғы килә.

273-35-03

©2019  Башҡорт  теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты