Уҡытыусы тигән исемем бар,

Мәңгелеккә тиеп һайлаған.

Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә

Бик кәрәкле тиеп һанаған...

 

Наҙлы һүҙҙәр, йөрәк хисе менән

Юлдар ярам төрлө тарафҡа,

Минең өсөн оло баһа булыр

Улар әгәр илде данлаһа.

 

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин

Ул бит һөнәр - илде биҙәгән!

                               

                                  Г.Й.Бикбулатова

Йэшлек.jpg
Amanatlogo.png
Безымянный.jpg
загружено.png
Акбузат.jpg
risunok1.png
yaklass_logo_big.png
logo_yanshishma.jpg
 

Минең педагогик фәлсәфәм.

Тормошомда ниҙәр кисерһәм дә,

Керләмәмен йөрәк хисемде.

Һәр ваҡытта ғорур аҡлармын мин

Кеше тигән бөйөк исемде!

(Абдулхаҡ Игебаев).

Мин кем? Йәшәү маҡсатым ниндәй? Был донъяла үҙ урынымды дөрөҫ тапҡанмынмы? Үҙемдең педагогик фәлсәфәмдә мин ошо һорауҙарға яуап бирергә тырыштым.

Атайым менән әсәйем мине был яҡты донъяға бүләк иткән, йондоҙ кеүек балҡыһын тип, Зөһрә тигән исем ҡушҡандар. Мин – башҡорт ҡыҙы. Мин - әсә. Мин – башҡорт теле уҡытыусыһы! Ниндәй ғорур яңғырай минең был донъяға тәғәйенләнешем. Тимәк, мин ябай әсә һәм ябай уҡытыусы ғына түгел, ә милләтемде дауам итеүсе, туған телемде үҫтереүсе, яҡлаусы ла, илемә, халҡыма ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләүсе патриот та.

Уҡытыусы…Ошо күркәм һөнәргә илһөйәр, телһөйәр, балаларҙы, эшен яратҡан кеше генә эйә була алалыр, сөнки ысын уҡытыусы булыу өсөн белемдәр шишмәһе, сабырлыҡ, түҙемлек, ысын кешелеклелек һәм педагогик оҫталыҡ кәрәк.  Баланың  буласаҡ  профессияһы уҡытыусыһынан тора, ә уҡытыусы профессияһы кешегә хоҙай тарафынан бүләк  ителә,  тигәндәре бик тә дөрөҫтөр.

Минең яратҡан һөнәрем…Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрестәрем… Минең тырыш, шаян, отҡор уҡыусыларым… Минең бар донъям ошо мәңгелек серле өсмөйөш эсендә ҡайнай.. Мин дәрестәрем аша уҡыусыларымды туған телемдең сихри баҡсаһына алып инәм, туған телемдә һайраған ҡоштарҙың моңдарын тыңларға өйрәтәм, туған телем аша халҡымдың тәрбиә ҡанундарын аңдарына һеңдерергә тырышам. Уҡыусыларымдың мәктәптә нисек, ниндәй кимәлдә белем алыуы, һис шикһеҙ, миңә, минең дәрестәремә бәйләнгәнен мин яҡшы аңлайым, шуның өсөн дә һәр дәресемде балаларға  файҙа һәм фәһем  бирерлек итеп үткәререгә тырышам.

  Уҡытыусы өсөн камиллыҡтың сиге юҡ,  ғүмер буйы мәктәптә эшләгән уҡытыусы ла үҙен мин камил уҡытыусы тип әйтә алмай, сөнки тормош алға барған һайын уның дәрестәренә заманса яңы талаптар ҡуйыла. Шуның өсөн уҡытыусы ғүмер буйы өйрәнергә, ғүмер буйы камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Әйтәһе фекерем шул: ниндәй генә уҡытыусы булһа ла, иҫкелеккә тотоноп ятмай, заман менән бергә атларға, үҙ предметын яҡшы белергә, талапсан булырға тейеш, сөнки баланың  артабанғы  яҙмышы  мәктәптә ниндәй кимәлдә белем алыуына туранан –тура бәйле. Был ҡағиҙәне уҡытыусы һәр ваҡыт хәтерендә тотһон ине.

Минең дәрестәремдә һәр ваҡыт  ижади күтәренкелек, ике яҡлы йылы атмосфера хөкөм һөрә. Уҡыусыларымдың алдына уйланырға мәжбүр иткән проблемалар ҡуям, уларҙы фекер йөрөтөү, хыял итеү донъяһына алып инәм, төрлө эш алымдары аша балаларҙа дәрес материалына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятам. Бала күңелендә эҙләнеү ниәтен, эҙләнеү теләген асырға тырышам.

Әлбиттә, ижади эшләгән уҡытыусы өсөн бөгөнгө дәреслек материалдары менән генә сикләнеп ҡалыу мөмкин түгел, шуның өсөн дәрестәремде байытыу өҫтөндә бик күп эштәр алып барам.

Балаларҙа дәрестәремә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү өсөн, мин иң тәүҙә үҙем балаларҙы яратырға, уларҙың күңел донъяһын аңларға, артабан дәрестәремде бай йөкмәткеле һәм юғары кимәлдә үткәререгә тейешмен. Дәрестең сифаты уҡыу эшмәкәрлегенә, баланың үҙ аллы уйлау һәләтенә ҡайтып ҡала.

 Билдәле булыуынса баланың уйлау һәләтлеге, ижади фантазияһы, хыял итеү әүҙемлеге туған тел дәрестәрендә асыла. Был тәңгәлдә мин педагогия фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловтың хеҙмәттәренә таянам, уларҙан бик күп нимәгә өйрәнәм.

            Минең һәр дәресем уҡыусыларым менән берлектәге ижади эш алымдарынан тора. Дәрестәремдә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү – минең иң төп бурысым. Методикала телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль булған. Был телселәрҙең һәм методистарҙың хеҙмәттәренән асыҡ күренә, мәҫәлән, В.И. Чернышев: “Уҡыусы алған белем һәм күнекмәләрҙең иң мөһиме һәм тормош өсөн кәрәклеһе – уның үҙ телендә асыҡ, аңлайышлы, матур итеп һөйләшә белеүе”, – тип иҫәпләй. Уҡыусыларҙы үҙ фекерен әйтә белергә, төрлө характерҙағы мәғлүмәтте үҙләштерергә һәм шул турала һөйләп бирергә, телмәр мөхитен иҫәпкә алып эш итергә өйрәтеүҙә проблемалы уҡытыу бик тә отошло. Әгәр уҡытыусы һәр дәрестә проблемалы һорау ҡуя белә икән, тимәк ул уҡыусыларын уйланырға мәжбүр итә һәм ижади эшләтә ала.

Мин һәр дәресемдә түбәндәге бурыстарҙы атҡарырға тырышам:

  1. дәрестә баланың фекерләү һәләтен үҫтереү;

  2. дәрестәремдең үткәрелеү сифатын күтәреү;

  3. проблемалы һорауҙар менән класты уйландырырға мәжбүр итеү;

  4. уҡыу материалын проблемалаштырыу.

Был бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа миңә яратҡан һөнәремә, уҡыусыларыма, туған телемә, халҡыма булған һөйөүем,  үҙ көсөмә ышаныуым, ихтыяр көсөм ярҙам итә.

Ҙур бәхет – бөтә ғүмереңде

Йәш быуынға биреү – бағышлау.

Илең – халҡың менән бергә атлау,

Тормош ағышынан ҡалышмау.

Илгә лайыҡ улдар, ҡыҙҙар

Тәрбиәләү ниндәй ҡыуаныс?

Уҡытыусы өсөн бынан да

Бармы икән оло йыуаныс?

Бәйләнеш

Өфө ҡ., Достоевский ур., 99а

тел. 273-35-03

 

273-35-03

©2019  Башҡорт  теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты